Балалар Ватанға һәм был ойошмаға тоғролоҡ тураһында тантаналы ант бирҙе: йәш армеец исемен лайыҡлы йөрөтөргә, тиҫтерҙәре өсөн өлгө булырға, үҙ иленең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә, көслө, ҡыйыу һәм сәләмәт тормош яҡлы булып үҫергә вәғәҙә итте.
Мәғариф идаралығы методисы Дилә Ҡотлоғәләмова һәм Балалар ижады йорто директоры Ләйсән Рәхмәтова уҡыусыларҙы был иҫтәлекле көн менән ҡотлап, йылы теләктәрен еткерҙе.
Һынатмаҫҡа, был исемгә тап төшөрмәҫкә кәрәк инде.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.