Ватанды һаҡлаусылар көнөнә мин үҙемдең атайым Дамир Кәримов тураһында һөйләп үткем килә. Ул өс балалы ғаиләлә уртансыһы. Апаһы менән һеңлеһе араһында үҫкән. Шуғалыр инде, атайымдың белмәгән һөнәре юҡтыр ул. Нимәгә тотонһа ла, эше уңа.
Беҙ - ғаиләлә биш бала. Атайым беҙҙе ныҡ ярата: бәпестәрем, тип кенә тора. Бар белгән һөнәрен беҙгә лә өйрәтә. Мин уға ныҡлы һаулыҡ теләйем, рәхмәт әйтеп, етеп килгән байрам менән ҡотлайым! Ул беҙҙең өсөн - терәк, таяныс, ауыр ваҡытта кәңәштәрен биреүсе.
Илгинә КӘРИМОВА, I синыф уҡыусыһы.
Архангел районы, Ҡыҫынды мәктәбе.
Һүрәт:yandex.ru.
