Минеке – атайым. Ул мәктәптән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай, үҙенә һөнәр ала. 1989 – 1991 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә. Һалдатта булған саҡтарын ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Атайымдың шул ваҡыттағы фотоларын ҡарарға яратам. Уларҙа көслө, үҙенә ышанған, ғорур егет ҡарап тора. «Әрме мине теүәллеккә, тәртипкә, сыҙамлылыҡҡа өйрәтте. Ир-егеттәр араһындағы ысын дуҫлыҡ ҡәҙерен дә шунда белдем. Патриотизм – Тыуған илеңде һуңғы һулышыңа тиклем яратыу», – ти ул. Атайым водитель булып эшләй. Ул өйгә ҡайтҡас, өҫтәл янына ултырып әсәйем бешергән тәмле ризыҡтарҙы ашайбыҙ. Гел эштә булыуына ҡарамаҫтан, минең менән һөйләшергә һәр саҡ ваҡыт таба, кәрәк саҡта аҡыллы кәңәш бирә. Кәйеф төшкән мәлем булһа, шунда уҡ йылы һүҙе менән күңелемде күтәреп ебәрә. Ғаиләбеҙ менән төрлө ерҙәргә сәйәхәткә йөрөйбөҙ. Атайым күп тапҡыр МХО-ға гуманитар ярҙам ылауҙарын илтте. «Гуманитар конвойҙа ҡатнашыусыға» миҙалы менән бүләкләнде. Мин үҙемдең геройым менән ғорурланам һәм үҫкәс, атайым кеүек, яҡындарыма ышаныслы таяныс булырға теләйем.
Ирина ХӨРМӘТУЛЛИНА.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.