-12 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Атайым йырлай ҙа, бейей ҙә

Атайымдың исеме — Фәнәғәт. Уға — 40 йәш. Атайым — көслө, уңған, аҡыллы һәм талантлы кеше.

Атайым йырлай ҙа, бейей ҙә
Атайым йырлай ҙа, бейей ҙә

Әлеге ваҡытта ул иретеп йәбештереүсе булып вахта ысулы менән сит яҡтарҙа эшләй. Ул бер айға эшкә китһә, уны ныҡ һағынабыҙ. Көн һайын уның менән телефон аша һөйләшәбеҙ, хәлдәрен белешәбеҙ. Ә эштән ҡайтһа инде, барыбыҙға ла ныҡ күңелле. Ҡустым менән икебеҙҙе гимназияға иртән алып килә. Дәрестәр бөткәс, түңәрәктәргә йөрөтә.

Ҡәҙерлебеҙ эшен алмаштырғансы 19 йыл райондың мәҙәниәт һарайында балаларҙы бейергә һәм йырларға өйрәтте. Үҙе 4 йәшенән уҡ сәхнәлә сығыш яһаған. Моңло итеп йырлай, дәртле итеп бейей. Беҙ  атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Атайыма ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем.

 

Әминә ЮЛМӨХӘМӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас