-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Атанан күргән – уҡ юнған, ти халҡыбыҙ.  Был һүҙҙәр  аталы-уллы Ғайсиндарға ла тура килә, тип уйлайым.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Фәим Салауат улы районыбыҙҙа үҙенең күп яҡлылығы менән билдәле. Ул Бәхти Ғайсин исемендәге музыка мәктәбендә «Ҡурай» синыфын етәкләй, спорт мәктәбендә «Кукесенкай» түңәрәген алып бара. Шул уҡ ваҡытта үҙе мәргәнлек оҫтаһы ла булып тора. Районыбыҙҙа күп балалар уның тәрбиәһе аша үтеп, республикабыҙҙа һәм уның сиктәрендә бик ҙур уңыштарға өлгәшә.
Тағы ла атай кеше өсөн ҙур ғорурлыҡ ул  — үҙ балалары. Һуңғы 4-5 йыл эсендә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған уҡсылыҡ спорт төрө яңынан тергеҙелеп, донъя кимәленә күтәрелде. Һәр ерҙә лә беренселәрҙән булырға өйрәнгән Фәим Салауат улы бындай спорт төрөн урап уҙа торғандарҙан түгел. Районыбыҙҙа беренселәрҙән булып, үҙе һәм улы Батырхан менән ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ алып, көн-төн, ял белмәйенсә төҙ атырға, бирешмәҫкә тигән маҡсат ҡуйып, күнекмәләр үтә. Беҙ ҙә уларҙың еңеү емештәрен күрәбеҙ һәм шатланабыҙ. Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса Яңы Ҡуйбышев ҡалаһында ирҙәр араһында — I урын, Ҡырғыҙстанда «Илбирс — 4» халыҡ-ара турнирында I урын яулап ҡайттылар. Гел еңеү - уларҙа! Мәҫәлән, Баймаҡ районында уҙған  «Башҡорт аты»нда ойошторолған бәйгелә, 70 метрға йәйәнән уҡ атыу буйынса I урын алдылар.

Әле Батырхандың иҫәбендә етмеш бер — I урын. Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында ойошторолған балалар  ярышында ике I урын яулауы ла барыһын  һоҡландырҙы.
Ярышҡа йөрөүгә күп сығымдар талап итеүгә ҡарамаҫтан, аталы-уллы Ғайсиндар үҙ маҡсаттарына һәр ваҡыт ирешә. Улар йәйәнән уҡ атыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллинға ҙур рәхмәтле.
Батырхан шулай уҡ Бәхти Ғайсин исемендәге музыка мәктәбенең ҡурай синыфын тамамлаған. Фортепианола оҫта уйнай. Каратэ буйынса ла бил бирмәҫ егет ул беҙҙең Батырхан!
Ауылдаштарыбыҙ, Фәим һәм Батырхан Ғайсиндарға артабан да  ярыштарҙа гел яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүҙәрен теләйбеҙ!

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

 


Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас