-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Уның менән ғорурланабыҙ

Аталы бала - арҡалы бала. Эйе, арҡаланыр кешебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Уның менән ғорурланабыҙ
Уның менән ғорурланабыҙ

Беҙҙең атайыбыҙ үҙенә яңы шөғөл тапты. Ул милли йәйәнән уҡ ата. Инде ике йыл төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып еңеү яулай. Һәр ярыштан беҙ уны түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.

Йәйгеһен атайыбыҙ рухташтары менән Һамар ҡалаһында уҙғарылған турнирҙа булып ҡайтҡайны. Бына әле яңыраҡ ҡына Орелда ойошторолған Рәсәй чемпионатында мәргәнлек күрһәтеп, ун иң яҡшы уҡсы исемлегенә инеп һөйөндө. Әйткәндәй, был ҡаланың сәхнәһендә сығыш та яһап, башҡортса йырлағандар. Бынан тыш, улар Дағстан Республикаһында, Ҡаҙағстанда ойошторолған ярыштарҙа ла ҡатнаша һәм гел беренселекте яулап ҡайта.

Беҙҙең атайыбыҙ — милли йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан Республикаһының беренсе чемпионы. Исеме тарихҡа яҙылды инде. Ныҡ әүҙем, тырыш, тәүәккәл кеше. Һәр ҡайҙа уҙғарылған турнирҙарҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Ә беҙ уны һәр яҡтан ҡеүәтләп, терәк-таяныс булып торабыҙ. Атайыбыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

 

Әмилә һәм Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНАЛАР.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас