Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең шағирә апай

Ҡулымда – яугир әсәһе, мөғәллимә, әсәйемдең уҡытыусыһы, ауылдаш шағирә Минира Бикәнәсованың "Юлдаш" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Фатихамды бирәм, балам" тигән яңы китабы.

Беҙҙең шағирә апай
Беҙҙең шағирә апай

Был китапта Минира Винер ҡыҙының һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре урын алған. Китапты шағирә әлеге көндә МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән улы - Айгиз Урал улына, яугир егеттәргә, я ғәзиз улдарын көткән әсәйҙәргә бағышлаған.
...Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ барыр юлдар...


Минира Винер ҡыҙының ижадҡа һөйөүе элекке ,,Башҡортостан пионеры" гәзитенән башлана. Уның беренсе мәҡәләләре III синыфта уҡығанда гәзит биттәрендә баҫылып сыға. Мәктәп, комсомол эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мәҡәләләрендә лә ошо темаларҙы яҡтырта.  Әүҙем хәбәрсе булараҡ, Бөтә Союз пионер лагеры ,,Артек"ка юллама менән бүләкләнә. Кескәйҙән булған ижадҡа, теленә һөйөүе шағирәгә яңы үрҙәр яуларға ярҙам итә.
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә,
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбанан башлап фәнгә тиклем
Саф башҡортса алдым ғилемде...
Әлбиттә, яңы китап исем туйһыҙ булмай. Бер аҙна элек кенә шағирәнең ижадын яратыусылар-дуҫтары, яҡындары, уҡыусылары, яҙыусылар Төрөмбәт мәҙәниәт йортона шағирәне ҡотларға йыйылды. Сара Минира Винер ҡыҙының шиғырҙары, йырҙары, ижадташ дуҫтарының хәтирәләре менән үрелеп барҙы. Шағирәгә артабан да ижади уңыштар, улының яу яланынан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.


 Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, IV cиныф уҡыусыһы.  
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Беҙҙең шағирә апай
Беҙҙең шағирә апай
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас