Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ шағирынан автограф алдым

Беләһегеҙме, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа быйыл 85 йәш тула. 

Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым

Шул айҡанлы күп саралар, осрашыуҙар үтәсәк икән. Шуларҙың тәүгеһе беҙҙең мәктәптә булды. Ҡәҙим ағайҙың килгәнен уҡытыусыбыҙ Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы Иштәкбаева менән түҙемһеҙләнеп көттөк.

Мин дуҫым менән алып барыусы инем. Осрашыуҙа Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне. Беҙ уға төрлө һорауҙар бирҙек.

Ә мин шағир һәм тамашасылар алдында ҡурайҙа ла уйнап күрһәттем. Ҡәҙим ағайға бик оҡшаны, бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев төшөрөлгән һүрәт тә бүләк итте. Уның артында ҡунағыбыҙҙың "Йомабай ҡурайы" шиғыры яҙылғайны. Ҡәҙим ағай йылы теләктәрен дә өҫтәне, автограф ҡуйҙы. Минең өсөн ныҡ иҫтәлекле һәм ҡәҙерле бүләк!

Осрашыуға тағы "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Зәки Әлибаев та килгәйне. Уларҙы бик ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Һуңынан бергәләп фотоға төштөк. Был осрашыу миңә бик оҡшаны.

 

Дияр ФАЗЛЕТДИНОВ, IX "Г" синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 108-се мәктәп.

Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас