-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем — изге фәрештәм

Белорет районынан уҡыусыбыҙ Әминә Сәғитова әсәһе тураһында бик матур итеп яҙып ебәргән.

Әсәйем — изге фәрештәм
Әсәйем — изге фәрештәм

Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс, күҙ алдыма әсәйемдең һыны килеп баҫа. Юҡҡа ғына: «Әсәй — ул донъяла иң яҡын кеше», — тимәгәндәр. Эйе, сөнки әсә-кеше үҙ балаһына терәк, таяныс булып тора, кескәй генә балаларҙың да беренсе һүҙе — "әсәй". Уның йылы ҡарашын, йомшаҡ ҡулдарын, һүнмәҫ мөхәббәтен бер нәмәгә лә алмаштырып булмай.
    Әсәйем Сәғитова Миңһылыу Хизбулла ҡыҙы — изге фәрештәм. Күпме ауырлыҡтарҙы кисереп тә алты баланы аяҡҡа баҫтырып, тәрбиәләп үҫтерҙе ул. Насарлыҡты яҡшынан айырырға өйрәтте, ысын кеше булыуҙы аңлатты. Ваҡытында йыуатҡаны ла, әрләп ҡуйғаны ла булды. Беҙҙең бала сағыбыҙҙы бәхетле итте ул.
    Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында 5 балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан бик тырыш һәм эшһөйәр ҡыҙ булған. Аҙаҡтан Белорет районы Манышты ауылына килен булып төшә. Атайым менән 6 балаға матур тәрбиә бирҙеләр. Барыбыҙҙы ла яратып үҫтерҙеләр. 

    Әсәйем гөл-сәскәләрен үҫтерергә әүәҫ. Йыл һайын яңы сәскә сорттарын алып баҡсаны тулыландыра. Йәйгеһен өй алды төрлө төҫтәр менән балҡып, күҙ яуын алып тора. Малды ла әсәй тырышып ҡарай. Ул һыйырын да һауа, һарыҡтарҙы ла үрсетә, хатта бер 3-4 йыл элек күркә лә аҫырарға оҫтарып алды. Бер минут та буш ултырмай. Ҡулынан килмәгән эше лә юҡ.
    Ул миңә әсәй генә түгел, остазым да. Мин һәр ваҡыт уға кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм. Бынан тыш, әсәйем минең өсөн өлгө булып тора.
Ул миндә башҡаларға ҡарата һөйөү, сабырлыҡ һәм ихтирам тәрбиәләне. Мин һәр саҡ уға ярҙам итәм, уның кеүек булырға ынтылам.

Әминә Сәғитова,
Х синыф уҡыусыһы.
Белорет райоы, Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас