-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем – изге фәрештәм.

Минең әсәйем – донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле һәм яғымлы кеше. Уның исеме – Лилиә. Әсәйем – бик матур, аҡыллы һәм эшһөйәр кеше. Инйәр ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһендә фельдшер булып эшләй.

Әсәйем – изге фәрештәм.
Әсәйем – изге фәрештәм.

Ул эшен бик ярата, сөнки маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү. Бөтә яҡтан өлгөр, етеҙ минең ҡәҙерле кешем. Бешергән аштарынан, тәмлекәстәренән телеңде йоторлоҡ. Үҫтергән сәскәләре, гөлдәре күҙҙең яуын алырлыҡ.

Әсәйем сәскәләрҙе яратҡан кеүек беҙҙе лә, ғәзиз биш балаһын да, наҙлап һөйә, хәстәрләй һәм тәрбиәләй. Атайыма тоғро һәм һөйөклө ҡатын да ул.

Әсәйемдең алтын ҡулдары, наҙлы ҡарашы, изге йөрәге, яғымлы тауышы мине ҡайғыларҙан һаҡлай. Ул миңә аҡыллы кәңәштәр бирә, уҡыуымда ярҙам итә һәм һәр ваҡыт миңә ышана.

Фәрештәләр күктә булһа, минең фәрештәм ерҙә – ул минең әсәйем. Мин уның алдында баш эйәм һәм рәхмәт әйтәм. Әсәйем менән сикһеҙ ғорурланам һәм уның кеүек изге йөрәкле булырға теләйем. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Иң өлкән ҡыҙы булараҡ, мин әсәйемә ныҡлы терәк һәм ярҙамсы булырға тейешлегемде аңлайым. Һеңле-ҡустыларыма өлгө булып, әсәй-атайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡуйған маҡсаттарыма табан барырға һүҙ бирәм.

Әсәй, мин һине ныҡ яратам. Һин – минең тормош маяғым!

 

 

Фирүзә ЯНБАЕВА,

X синыф уҡыусыһы.

Белорет районы,

Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас