Әсәйҙәр – донъяға нур сәсеүселәр. Ысынлап та, әсәй менән донъялар яҡтыраҡ, тирә-яҡ нурлыраҡ һымаҡ. Һәр кемдең тормошонда әсәй – иң ҡәҙерле кеше. Мин дә үҙемдең әсәйем тураһында һөйләп үтергә теләйем.Минең әсәйем – Әлиә Хәбир ҡыҙы Ишбирҙина. Уҡытыусы булып эшләй. Ул мәктәптән тыш сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнашып өлгөрә.
Өйҙә биш балаға наҙлы әсәй, тәмле аштары менән һыйлай, ҡул эштәре менән һөйөндөрә, гәлсәр тауышы менән күңелебеҙҙе йыуата. Әсәйем матур итеп йырлай ҙа, оҫта бейей ҙә, ҡулдары ла алтын. Уның белмәгән эше юҡ, барһына ла өлгөрә.
Яңыраҡ ҡына “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Унан һуң, һеңлем менән, Әсәйҙәр көнөнә арналған ҡала бәйгеһендә ҡатнашып, II урын яуланылар. Өлгөр әсәйем бер саранан да ситтә ҡалмай: йә ойоштороусы, йә алып барыусы, йә ҡатнашыусы. Беҙҙе лә шуға өйрәтә. Әсәйебеҙҙең әүҙемлегенә һоҡланабыҙ һәм гел шулай булып ҡалыуын теләйбеҙ. Артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!
Айғына ИШБИРҘИНА,
IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы,
4-се лицей.