+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Байрам менән!

Әсәй ул — йылылыҡ, ул — нур, ул — тыныслыҡ, ул — бәхет. Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Миңзиә Сәйфитдин ҡыҙы Ғәбделмәнова — ошо матур төшөнсәләрҙе үҙендә туплаған әсәйҙәрҙең береһе.

Байрам менән!
Байрам менән!
"Ләйсән" балалар баҡсаһының "Йондоҙсоҡтар" төркөмөнә йөрөүсе Элмир менән Инсаф әсәйҙәре  тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй. Иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләренең йылы ҡосағы, иркә һүҙҙәре бәләкәс йөрәктәргә оло донъяның иң матур төшөнсәләрен һала.
Әсәй — һәр беребеҙҙең күңелендә мәңге йәшәйәсәк изге исем. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныс теләйбеҙ. Һеҙҙең йөҙҙәрегеҙҙән йылмайыу бер ҡасан да китмәһен, күҙҙәрегеҙҙән йәш түгел, ә бәхет нурҙары ғына тамһын. Беҙ һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ һәм һәр саҡ яҡлайбыҙ!
Һәр саҡ балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәгеҙ, әсәйҙәр!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас