Был күләмле сара ун тиҫтәгә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Сессияның төп өлөшөндә муниципаль район методик хеҙмәте етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева сығыш яһаны һәм осрашыуҙың төп маҡсатын билдәләп үтте. Артабан ҡатнашыусылар 3 тематик майҙансыҡта эшләне. Һәр майҙансыҡта берҙәмлек темаһы буйынса 2026 йылда белем биреү ойошмаларында үтәсәк проекттар хаҡында һүҙ барҙы.
Буласаҡ саралар йәш быуында Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә, илебеҙ халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Төрлө милләттәрҙең туған телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлауға йүнәлтелгән сессияның алдағы көндәрҙә үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтәсәгенә ышаныс ҙур.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.