+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ һәм матурлыҡ байрамы

Өфөләге 263-сө балалар баҡсаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған шәп байрам үтте. Бәләкәй артистарыбыҙ әсәйҙәренә, өләсәйҙәренә, апайҙарына онотолмаҫ шатлыҡ һәм бәхет минуттары бүләк итте.

Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы

Залда үҙенсәлекле мөхит хөкөм һөрҙө: сағыу костюмдар, күңелле йырҙар, йәнле бейеүҙәр һәм, әлбиттә, ихлас йылмайыуҙар!
Балалар һөйөклө әсәләренә шиғырҙар, йырҙар, хатта ҡыҫҡа сәхнә әҫәре әҙерләгән ине. Ә балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе алыу ниндәй ҡыуаныс булды!
Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә сикһеҙ мөхәббәт, хәстәрлек, сабырлыҡ күрһәткәндәре өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ балаларығыҙҙы тәрбиәләү өсөн көн һайын бәләкәй генә батырлыҡтар ҡылып йәшәйһегеҙ. Ә атайҙарыбыҙға таянысығыҙ, яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт әйткебеҙ килә. Һеҙҙең аҡыл һәм көс ғаиләләрҙе ныҡлы һәм бәхетле итә.
Ошо күркәм байрамды әҙерләүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Яҙ һәр йортҡа йылылыҡ, шатлыҡ, бәхет алып килһен!

Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, 4-се “Бал ҡорто” өлкән төркөмө тәрбиәселәре.

Өфө ҡалаһы.

Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Яҙ һәм матурлыҡ байрамы
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас