Аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт, урыҫ телдәрендә тапшырыу була. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Лариса Рәмил ҡыҙы Сәхибгәрәева ойоштора һәм алып бара.
Иң беренсе тапшырыуҙы Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышланыҡ. Миңә бигерәк тә радиотапшырыуҙар өсөн интервью алыу оҡшай. Бик еңел эш түгел ул. Бының өсөн алдан һорауҙарҙы төҙөргә, үҙ-үҙеңде те йешенсә тоторға кәрәк. Быларҙың бөтәһенә лә беҙҙе Лариса Рәмил ҡыҙы үҙе өйрәтә. «Табип кәңәштәре», «Спорт яңылыҡтары», «Эфир ҡунағы», «Лицей яңылыҡтары» кеүек рубрикалар бар.
Шулай уҡ эфир аша уҡытыусыларыбыҙҙы, лицей хеҙмәткәрҙәрен тыуған көндәре менән ҡотлай быҙ. Билдәле башҡорт яҙыусылары, шағирҙарының тыуған көндәренә бағышланған тапшырыуҙар эфирға йыш сыға. Синыфташтарым Ансар Ризуанов, Гүзәл Шәйхуллина, Азалина Кашапова, X синыфтан Фәрхәт Исламов, һигеҙенсенән Ирина Хөрмәтуллина, бишенсенән Илназ Йосоповтарҙы радионан ишетеп торабыҙ. Беҙҙе һоҡландыра улар.
Айзат ЗӘКӘРИЕВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.