“Музей дәресе” Вадим Вәлкәевтең «Үҙ яғыма ҡайтһам», туғыҙынсыларҙың «Башҡортостаным – тыуған ерем» йырҙары, Фәрхәт Исламовтың шиғыр һөйләүе, Айзат Зәкәриевтең өҙҙөрөп гармунда уйнауы, башланғыс синыф уҡыусыларының «Батмус», татар бейеүҙәре менән башланып китте. Аҙаҡ инде һүҙ мәртәбәле ҡунаҡтар – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Алина Баййегетоваға, ғилми хеҙмәткәрҙәр Хаят Сабитова менән Гөлсәсәк Саламатоваларға һәм Илеш районы мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Зенфира Минғазоваға бирелде. Һәр береһе дәресте ҡыҙыҡлы, тәрән йөкмәткеле итергә тырышты. Алина Рафаэль ҡыҙы музей, Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләне, экспонаттар менән таныштырҙы, ә Зенфира Саный ҡыҙы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы менән «Ҡадир Даян» документаль фильмын ҡарағас, өлкән синыф уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Улар бергәләп «Шайморатов генерал» йырын да башҡарҙы. Бишенселәр менән алтынсылар Хаят Хәбир ҡыҙы үткәргән оҫталыҡ дәресендә милли биҙәүестәр яһаны. Уларҙы әсәйҙәренә бүләк итергә булдылар.
Йола буйынса «Лицей FM» радиоһы хәбәрсеһе Айзат Зәкәриев Өфө ҡунағы Алина Баййегетованан интервью алды. Музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Дәрес ныҡ оҡшаны.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Түбәнге Йәркәй лицейы.