Театр көнө

Март аҙағында билдәләнгән Бөтә донъя театр көнө уңайынан Күмертау ҡалаһындағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияның өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре бөтә донъяға билдәле мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙан өҙөк сәхнәләштерҙе.

Театр көнөТеатр көнө
Театр көнө

Башҡорт халҡының Урал батыры ғәҙеллек өсөн көрәшә, уның өлкән ағаһы Шүлгән, яуызлыҡ яғына күсә. Уларҙың юлдары айырыла... Урал тере һыу эҙләп, дейеү менән осраша. Тоғро дуҫы Аҡбуҙат ярҙамға килә һәм икәүләп дейеүҙе еңеп, тере һыуҙы табалар. Шулай итеп, ул бөтә тәбиғәтте йәнләндерә. Аҙаҡтан Урал батыр бөтәһенә лә өгөт бирә: "Исемегеҙ изгелекле булһын, намыҫлы йәшәгеҙ һәм үҙ ерегеҙҙе яратығыҙ!"
Һәр бала үҙенә тәғәйен ролен оҫта башҡарҙы.
"Урал батыр" эпосын белгән, уның асылын аңлаған балалар үҙҙәренең тормош асылын да табырҙар, тип ышанып ҡалабыҙ.

 

Әлиә СЫНБУЛАТОВА.

Театр көнө
Театр көнө
Театр көнө
Театр көнө
Театр көнө
Театр көнө
Театр көнө
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас