+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Лего оҫталары

Һеҙ ҡоролма төҙөү менән мауығаһығыҙмы?

Лего оҫталары
Лего оҫталары

Эйе, беҙ беләбеҙ: ҡоролмалар төҙөү балаларҙың уйлау, фекерләү ҡеүәтен арттыра, әхлаҡи һәм эстетик тойғоларын, ижади һәләттәрен үҫтерә, хеҙмәткә ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләй. Балалар үҙ аллы йәки төркөмләп эшләргә өйрәнә, алдарына ҡуйылған маҡсатты бойомға ашырыуға ынтыла.
Күптән түгел «Йондоҙло» балалар баҡсаһында «Лего конструкторлау» тигән конкурс үтте. Ярыш төрлө конструктор төрҙәре менән ихлас шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йыйҙы. Беҙҙең төркөмдән Мәҙинә Исхаҡова, Арыҫлан Рәхмәтуллин һәм Йоносов Ильяс Йоносов ҡатнашты. Командабыҙ  «Лего оҫталары» тигән исем алды. Ысынлап та, балалар үҙ эштәренең оҫталары булды: бәйгенең шартына ярашлы, улар конструкторҙан төрлө ҡыҙыҡлы һындар, фантастик йәнлектәр, киләсәктә йөрөүсе транспорт төрҙәре, ҡоролмалар төҙөп, эштәрен жюри ағзалары алдында ла уңышлы  сығыш яһаны.
Тырыш, әүҙем, фантазияға бай балалар лайыҡлы урын алып ҡыуанды. Мәҙинә, Арыҫлан, Ильяс, һеҙ — афариндар! Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем.



Резедә МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡтағы «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.

Лего оҫталары
Лего оҫталары
Лего оҫталары
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас