Беҙ ҙә гәзит сығарабыҙ

Лицейыбыҙҙа төрлө яҡтан үҫешергә күп мөмкинлектәр бар. Теләһәң, спорт менән шөғөллән, күңелеңә оҡшаһа, бейеү, йыр, театр, робототехниканы һайла.

Беҙ ҙә гәзит сығарабыҙБеҙ ҙә гәзит сығарабыҙ
Беҙ ҙә гәзит сығарабыҙ

Шулай уҡ ҡул эштәре менән мауығыусыларға ла беҙҙә шарттар булдырылған.
Миңә иң яҡыны, оҡшағаны — «Экожурналистика». Етәксеһе — Ләйлә Мыр­ҙағәлина. Унда беҙ мәҡәлә яҙыу серҙәренә төшөнәбеҙ, төрлө гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Яҙмаларыбыҙ «Йәншишмә»лә һәм «Һаҡмар», «Баймакский вестник» район гәзиттәрендә, «Аманат» журналында баҫылып тора. Бынан тыш, үҙебеҙҙең «Эковестник» исемле мәктәп гәзитен дә сығарабыҙ. Уның һәр һанын кескәй дуҫтарыбыҙға таратабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең эшебеҙҙе күрәләр һәм юғары баһалайҙар.
Был түңәрәктең ойошторолоуына хәҙер инде өс йыл була. Ошо ваҡыт эсендә 2023 – 2024 уҡыу йылында Әҙилә Мырҙағәлина «Йәншишмә» гәзитенең «Йәш хәбәрсеһе» исемен алғайны. Бына әле быйылғы уҡыу йылында шундай уҡ маҡтаулы исемгә Азалиә Ҡасҡынова лайыҡ булды. Уның был танытмаһын гәзиттән үҙҙәре алып килеп тапшырҙылар.
Беҙ ҙә «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнаштыҡ. Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға хат яҙҙыҡ.
Ә Азалиәне ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.



Нәргизә ТҮБӘНӘЕВА, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 4-се лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас