

Балалар өсөн ҡағыҙ һәм елем менән эшләү – үҙе бер ҙур мажара. Беҙ деталдәрҙе дөрөҫ тоторға, уларҙы «йондоҙло күк»кә матур итеп йәбештерергә һәм, әлбиттә, алыҫ планеталар тураһында хыялланырға өйрәндек. Ҡарағыҙ әле, ракеталарыбыҙ ниндәй сағыу һәм төрлө килеп сыҡты!
Кем белә, бәлки, тап беҙҙең тәрбиәләнеүселәр араһында киләсәктә Юрий Гагарин кеүек ҡаһармандар үҫеп сығыр.
Гөлнар ИШБУЛАТОВА, тәрбиәсе.