«Бүләк кемгә?» әкиәтен сәхнәләштерҙек

Баймаҡ ҡалаһындағы «Йондоҙло» балалар баҡсаһының «Аҡ елкәндәр» төркөмө балалары «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең сағыу сығыштары менән барыһын да һоҡландырҙы.

«Бүләк кемгә?»  әкиәтен сәхнәләштерҙек«Бүләк кемгә?»  әкиәтен сәхнәләштерҙек
«Бүләк кемгә?» әкиәтен сәхнәләштерҙек

 Был бәйгелә Айым Әлмөхәмәтова, Инзилә Мәхмүтова, Амаль Ильясова һәм Айгүзәл Муллагилдина «Бүләк кемгә?» исемле башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Айгүзәлдең әсәһе Гүзәл Нур ҡыҙы бик матур итеп  Ҡояш ролен башҡарҙы.  Сараға йәм өҫтәне.
Ҡыҙҙар ҙа үҙ ролдәренә яуаплы ҡараны, ә ата-әсәләр ярҙамында костюм һәм декорациялар әҙерләнде. Шулай итеп, кескәйҙәр ысын артистар кеүек сәхнәлә уйнап, тамашасыларҙың күңелен яуланы.
Халыҡ әкиәттәре — ул балаларҙы тәрбиәләүҙә иң мөһим сығанаҡтарҙың береһе. Улар аша бала яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырырға, батыр, намыҫлы, ярҙамсыл булырға өйрәнә. Әкиәттәр тел байлығын арттыра, хыялды үҫтерә, халҡыбыҙҙың рухи байлығына һөйөү тәрбиәләй.
«Аҡ елкәндәр» төркөмө балаларының сығышы ла тап шуны иҫбатланы: әкиәттәр — ул тере хазина, улар балалар күңелендә мәңге йәшәй!



Резедә МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡтағы «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас