Иҫтәлекле көн булды

Беҙ, III синыф уҡыусылары, уҡытыусыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова менән район балалар китапханаһына барҙыҡ. Унда Милли кейем көнөнә арналған сара үтте.

Иҫтәлекле көн булдыИҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды

Китапхана хеҙмәткәрҙәре беҙҙе милли кейемдә ҡаршы алды. Улар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицион кейемдәренең төрлөлөгө менән таныштырҙы. Шулай уҡ уларҙың үҙенсәлектәре һәм айырым элементтарҙың әһәмиәте тураһында һөйләнеләр. Сара аҙағында  төрлө милли уйындарҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Беҙ уйындар аша  ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар хаҡында нығыраҡ белдек.
Район балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә төрлө халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы менән танышыуҙы мауыҡтырғыс форматта үткәреүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Киләсәктә лә милли кейемдәребеҙ йәшәһен, һәр кем үҙ халҡының мәҙәниәтен һаҡлаһын, киләсәк быуындарға тапшырһын.

 

III синыф уҡыусылары.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы. 

 

Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Иҫтәлекле көн булды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас