

Оҫталыҡ дәресендә ата-әсәләр, тәрбиәселәр һәм, әлбиттә, кескәй тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Берлектәге эш Башҡортостан ижады һәм мәҙәниәтенә ихтирам атмосфераһында үтте. Ҡатнашыусылар башҡорт түшелдереген - сағыу һәм бай биҙәлгән традицион ҡатын-ҡыҙҙар аксессуары булдырҙы.
Дәрес башында беҙ түшелдерек тарихы һәм символикаһы менән таныштырҙыҡ: өлгөләрҙең, биҙәктәрҙең мәғәнәһе, элек ҡулланылған материалдар хаҡында, түшелдеректең башҡорт күлдәгенең бер элементы булыуын һөйләнек. Артабан ҡатнашыусылар шаблон һайланы. Улар ҡалыптарҙы ҡулланып өлгөләр ҡырҡып, биҙәкте эшләп, түшелдеректәрҙе пайетка, тәңкә, таҫмалар менән биҙәне.
Эш барышында башҡорт халыҡ көйҙәре, шул иҫәптән ҡурай моңдары яңғырап, үҙенсәлекле мөхит тыуҙырып, мәҙәниәтте тәрән аңларға ярҙам итте. Стеналар төрлө дәүерҙәрҙәге башҡорт милли кейемдәрен сағылдырған фотоһүрәттәр һәм иллюстрациялар менән алдан биҙәлгәйне. Һәр ҡатнашыусы өйөнә үҙ ҡулдары менән эшләнгән үҙенсәлекле түшелдерек алып ҡайтты. Ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт, киләсәктә лә ижади уңыштар һәм асыштар менән тулы осрашыуҙарҙа көтәбеҙ!
Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, тәрбиәселәр.