

Сараның программаһы бай һәм мауыҡтырғыс ине. Тәүге этап айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды: балалар төрлө милләт костюмдарын кейеп ҡараны.
Унан һуң китапхана хеҙмәткәре ҡыҙыҡлы итеп кейемдәге орнаменттар тураһында һөйләне. Һәр биҙәк нимәнелер аңлата икән! Бигерәк тә “ҡусҡар” тип аталған орнамент балаларҙың иғтибарын йәлеп итте.
Сара ижади оҫтахана менән тамамланды: балалар китап өсөн биҙәкле закладка эшләне. Шулай итеп, һәр кем байрамдан матур һәм иҫтәлекле әйбер алып ҡайтты.