

Милли кейем беҙҙе тамырҙарыбыҙ менән бәйләй, үҙебеҙҙе кем икәнлегебеҙҙе иҫкәртә, берҙәмлек һәм ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәй. Боронғо мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ: оҫталар хеҙмәтен ҡәҙерләйек, йолаларҙы онотмайыҡ, милли кейемде ихтирам менән кейәйек.
Йөрәгегеҙҙә — йылы, өйөгөҙҙә — бәрәкәт, илебеҙҙә — тыныслыҡ булһын.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.