

Бына нисек эшләнек: тәүҙә сағыу төҫтәге йәшниктәргә тупраҡ тултырып, һуғандар ултырттыҡ. Көн һайын иртән йәшел үҫентеләр бармы икәнен тикшерҙек. Һыу һиптек, ер эшкәрттек, хатта һуған менән һөйләштек! Бер-ике аҙна эсендә тәҙрә төбөбөҙ йәшелләнеп китте.
Тик бының менән генә бөтмәне. Уңышты тәмләп ҡарарға ла булдыҡ. Ҡыяр, борос, помидор турап, йәшел үҫентеләрҙе өҫтәнек. Ысын мәғәнәһендә витаминлы салат килеп сыҡты.
Һуңынан барыһы ла өҫтәл артына ултырып, шатланып үҙҙәренең эш һөҙөмтәһенән ауыҙ итте. Балалар үҙҙәре менән иҫ киткес ғорурланды.
Руфина ҒӘЛИЕВА, ҒӘЛИӘ ҒӘЛИУЛЛИНА, тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы, 263-сө балалар баҡсаһы.