

Ауыл мәҙәниәт йорто шау-гөр килеп торҙо. Тамашасыларҙы башҡорт халыҡ йырҙары, заманса эстрада көйҙәре әсир итте. Бейеүҙәр ҙә бик һоҡланғыс ине. Һәр сығыш йылы алҡыштарға күмелде. Концерттан тыш, мәктәптә тағы ла бер изге эш башҡарылды. Миләүшә Әғләм ҡыҙы етәкләгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар гипстан эшләгән вазаларын, сувенирҙарын, өйгә интерьер өсөн әйберҙәрен һатыуға сығарҙы.
Был көндө йыр-бейеү генә түгел, ысын мәғәнәһендә изгелек тә сәхнәлә йөрөнө. Концерттан, ҡул эштәренән йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеп тапшырылды. Шулай уҡ Фәһим Мөхәмәт улы Хәйбуллин да үҙ өлөшөн индерҙе Әйткәндәй, быға тиклем дә мәктәп коллективы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә, һаҡселтәрҙәр үреп ебәреүҙә ихлас ҡатнашып килде. Әле лә был изге эш туҡталмай.
Миңзиә ВӘЛИТОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы.