Яратам мин был ҡоштарҙы

Йәш хәбәрсебеҙ Йәнгүзәл Асҡарова ебәргән хат.

Яратам мин был ҡоштарҙыЯратам мин был ҡоштарҙы
Яратам мин был ҡоштарҙы

Һағынып көткән яҙҙың икенсе айы бара. Ҡарҙар иреп бөттө, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтты. Беҙҙең ҡапҡа эсендә сыйырсыҡ ояһы эленеп тора. Уны атайым эшләп биргәйне. Матур ғына килеп сыҡты, был сыйырсыҡ ояһы менән мин конкурста еңеү яулағайным. Хәҙер ул беҙҙең ишек алдын йәмләп тора.

Сыйырсыҡтар быйыл да килеп етте. Мин уларҙы күҙәтергә яратам. Шундай матурҙар: үҙҙәре ҡара, түштәре аҡ. Технология дәресендә малай ҙар ике оя эшләне. Уларҙы мәктәп баҡсаһына элеп ҡуйҙылар. Ояларға турғайҙар ҙа килеп ҡунғайны. Тик сыйырсыҡтар үҙҙәрен ҡыуып ебәрҙе. Хужа булып алғайнылар. Был ҡоштарҙы ныҡ яратам. Уларҙың ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алдым.


Йәнгүзәл АСҠАРОВА,

йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Яратам мин был ҡоштарҙы
Яратам мин был ҡоштарҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас