

Сара Талбазы ауылындағы «Локаль һуғышта баштарын һалған ауырғазылар» мемориаль-һәйкәле янында булды. Йәш армеецтар Тыуған иленә, еренә тоғро ҡалырға һәм һәр саҡ ҡыйыу булырға ант бирҙе.
Сараны ойоштороусы Дилара Фәрит ҡыҙы һәм гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы уҡыусыларҙы йәш армеец булыуҙары менән ҡотлап, анттарына тоғро ҡалыуҙарын теләне.
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.