+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Рухлы балалар үҫә

Ҡарр-ҡарр, ҡарғатуйға барр-барр,

Рухлы балалар үҫәРухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә

Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле була тар-тар,
Ҡарғатуйға барр-барр...


Шулай башланып китте баш ҡалалағы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһындағы матур сара. Күңелле балалар тауышынан тирә-яҡ геү килеп торҙо. Ниндәй байрамға йыйылған икән улар? «Ҡарға бутҡаһы»на! Матур итеп кейенешкәндәр, ҡунаҡтар ҙа саҡырғандар. Ҡаҙан аҫылған, бутыр-бутыр килеп бутҡа бешә. Ул әҙер булғансы бәләкәстәр тәрбиәселәре менән бергә рәхәтләнеп күңел аса торҙо. Балаларҙың үҙ телебеҙҙә, саф башҡортса сығыш яһауы күңелдәргә май булып яғылды.

Бигерәк һәләтле ҡыҙҙар, малайҙар йыйылған икән бында. Береһенән-береһе уҙҙырып бейенеләр, йырланылар, шиғыр һөйләнеләр. Ана, «Ете ҡыҙ»ҙы бейергә сыҡҡан һылыуҙар көйгә тура килтереп кенә ҡайһылай оҫта баҫа! Аҙаҡ күңелле уйындар башланып китте. «Аҡ тирәк, күк тирәк»те уйнап алдылар, аяҡтарына тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙеләр – барыһы ла ҡыҙыҡ булды. Ул арала бутҡа ла бешеп сыҡты. Балалар рәхәтләнеп һыйланды. Килгән ҡунаҡтарға – әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә лә ауыҙ иттерҙеләр. Бутҡа бөтәһенә лә оҡшаны. Ихлас, йомарт өләсәйҙәр үҙҙәре лә буш килмәгән. Йырланылар, балалар менән бергә уйындар үткәрҙеләр. Шәп байрам булды. Иң аҙаҡтан ҡалған бутҡаны ҡарғалар ашаһын тип, ағас төбөнә һалдылар. Илгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен һәм башҡа матур теләктәр теләп, ағас ҡа таҫмалар бәйләнеләр.

Был балалар баҡсаһында ошондай йола байрамдары йыш уҙа. Ҡыҙҙар, малайҙарҙа бәләкәстән илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух тойғоһо тәрбиәләүгә, тарихыбыҙҙы, йолалары быҙҙы өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Музейҙары ғына ни тора! Баҡсаның мөдире Наилә Мөхәмәдйәр ҡыҙы Вәлиева бай экспонаттар менән таныштырҙы. Нимәләр генә юҡ?! Боронғо эш ҡоралдары, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары менән бәләкәйҙән танышып үҫә балалар. Юҡҡа ғына ата-әсәләр, алыҫ тип тормай, ошо баҡсаға йөрөтмәй инде сабыйҙарын.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.
Автор фотолары.

Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас