+29 °С
Облачно
VKOKTelegram

Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо

Бөйөк Енеү байрамы алдынан башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусыларыбыҙ өсөн лицейыбыҙҙа дәрес-сәйәхәт ойошторолдо. Китапхана хеҙмәткәре Анна Владимировна балаларға Бөйөк Ватан һуғышы , ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләне, махсус китап күргәҙмәһе тәҡдим итте.

Дәрес-сәйәхәт ойошторолдоДәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо

Балалар һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙе, фотоһүрәттәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табылды.

Тарихыбыҙҙы белеү һәм хәтерләү - беҙҙең изге бурысыбыҙ! Ошондай саралар балаларҙа Тыуған илгә һөйөү һәм батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй.

 

Дилбәр ХИСМӘТУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 94-се лицей.

 

Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Дәрес-сәйәхәт ойошторолдо
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас