

Яҙыусыны саҡырып, биографияһын үҙенән һөйләтеү, әҫәре тураһында фекер алышыу ҡыҙыҡ та, иҫтәлекле лә.
Теләгебеҙ ҡабул булды. Гимназиябыҙға Фәрзәнә Аҡбулатова «Ашҡаҙар» радиоһында бергә эшләгән журналист Рәйсә Ҡазбулатова менән килеп етте. Бөтәбеҙ өсөн онотолмаҫ осрашыуға әйләнде ул.
Иҫтәлекле сараны музыкаль сәләм менән башлап ебәрҙек. Директорыбыҙ Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов ҡотлау һүҙҙәрен әйткәс, яҙыусының тормош юлына, ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһалды.
Беҙ Фәрзәнә Аҡбулатованы яҙыусы тип белһәк тә, күптәргә ул «Ашҡаҙар» радиоһында оҙаҡ йылдар ең һыҙғанып эшләгән талантлы, үткер һүҙле һәм бай телмәрле журналист, «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» кеүек матур йөкмәткеле тапшырыуҙарҙы оҫта алып барыусы булараҡ та таныш.
Унын 20-гә яҡын китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙәре урыҫ, ҡытай, француз телдәренә тәржемә ителә. Төркиәлә уҙған Мәхмүт Ҡашғари исемендәге конкурста Башҡортостандан бер үҙе ҡатнашып лауреат була. Шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған бәйгелә лә еңеүгә ирешә. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
«Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде һәм нәҡ ошо хикәйәһе мәктәп программаһына ингән.
Уҡыусылар тарафынан сәхнәләштерелгән «Атай икмәге» әҫәренән өҙөктәрҙе барыһы ла яратып, ныҡ килештереп уйнаны. Был көндө Рәйсә Ҡазбулатова апайҙары «Иң шәп һорау»ға бүләктәр конкурсын ойошторҙо. Балалар береһен-береһе уҙҙырып, Фәрзәнә апайҙарына һорауҙар яуҙырҙы ғына. Бигерәк тә V «А»,V «Б» синыфтары уҡыусылары (тәрбиәселәре – Г. Ишмөхәмәтова һәм Г. Йосопова) әүҙем булды.
Бишенселәр әҫәрҙе уҡып, уның буйынса һүрәттәр ҙә төшөргәйне. Ниһайәт, бөгөн авторҙың үҙе менән осрашыу бәхетенә лә ирештеләр. Тәрән мәғәнәле, фәһемле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған матур әҫәрҙәр ижад итеүсе яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова һәм үҙ эшенең оҫтаһы Рәйсә Ҡазбулатова менән күрешеү, аралашыу, бай йөкмәткеле сара балалар күңелендә йылы хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр, тигән өмөттәмен.
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы, республика күп профилле полилингваль интернат-гимназияһы.