

Беҙ етәксебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Хәким ҡыҙы Йәлилованың өйрәткәнен еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ. Көн дә репетиция, өйҙә ҡабатлауҙар файҙаға ғына булды.
Бына концерт көнө лә килеп етте! Ашҡынып көттөк. Билеттар алдан уҡ һатылып бөттө! Залда алма төшөр ер ҙә юҡ. Атай-әсәйҙәр, туғандар, олатай-өләсәйҙәр, бейеү яратыусылар йыйылғайны. Концерт бер сәғәт барҙы. «Шатлыҡ»тар төрлө халыҡ бейеүҙәрен оҫта итеп башҡарҙы. Тамашасыларҙың алҡышынан зал гөрләп торҙо.
Мин синыфташым Азалиә Шәфиева менән «Бейеү» темаһына эҙләнеү эше башҡарғайным быйылғы уҡыу йылында. Концерттан һуң был эште икенсе йылға дауам итеп, бейеүҙең ни тиклем кешенең күңелен, кәйефен күтәреү тураһында мәғлүмәт өҫтәргә, эҙләнеүҙе дауам итергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым әле.
Бейеү байрамы шәп булды! Үҙем дә сәхнәлә Айгиз ағайым, Айзат ҡустым менән бергә сығыш яһаныҡ. Айзат тәүге тапҡыр сығыш яһаны. Шәп килеп сыҡты! Әсәйем ҡыуанып ҡарап ултырҙы беҙҙең бейегәнде. Бейеү көс бирә, дәртләндерә, кәйефте күтәрә һәм һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы. Альбина Хәким ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, беҙҙе бейеү серҙәренә өйрәткәне өсөн.
Айхан ҒИМАЛДИНОВ, IV cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.