

Иң тәүҙә Халыҡ-ара ғаилә көнөнөң тарихын һөйләнек. Балалар был байрамдың мөһимлеген аңланы, башҡа илдәрҙә нисек билдәләнгәнен белеп ҡалды. Ҡыҙыҡлы факттар ҙа килтерҙек.
Киләһе этап ғаилә тураһында йомаҡтар сисеү ине. Әҙәби викторина ла файҙалы булды, әҫәрҙәрҙе иҫебеҙгә төшөрҙөк.
Һуңынан асылма яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда балалар ғаилә билдәһе булған аҡ сәскәне төшөрҙө. Һәр тажына яҡындарына йылы теләктәрен яҙҙылар.
Анна ЕГОШИНА, 38-се китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.