+21 °С
Ясно
VKOKTelegram

Гүзәл апай - кескәйҙәр янында

Халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова балалар баҡсаларында осрашыуҙар үткәрҙе.

Гүзәл апай - кескәйҙәр янындаГүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында

150-се балалар баҡсаһында ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршы алдылар. Гүзәл апай үҙенең балалар өсөн ижады тупланған китаптарын килтергән. Кескәйҙәр иһә үҙҙәренең һәләтен күрһәтте: йырланы, сәхнә әҫәре ҡуйҙы. Ә 269-сы балалар баҡсаһында Гүзәл Ситдиҡованан педагогтар өсөн башҡорт телен өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

102-се балалар баҡсаһында ла туған телебеҙҙең бар байлығын күрһәтергә тырыштылар: йыр, шиғырҙар яңғыраны, бейеү ҙә булды. Шағирә апайға һорауҙар бирергә теләүселәр ҙә күп кенә ине. Бына нимә тине Гүзәл апай үҙе һуңынан:

– Балаларҙың күңелле йырҙары, ихлас, нәфис итеп бейеүҙәре һөйөндөрҙө. Динар Ахуновтың әкиәт һөйләүе, Самир Дәүләтшиндең "Урал батыр" эпосынан өҙөк ятлауы хайран итте. Бәләкәй генә балаларҙа шул тиклем оҫталыҡ! Уйнай-уйнай бергәләп шиғырҙарымды ҡабатланыҡ, шунда уҡ бер нисәһен ятлап та алдылар. Коллективта үҙ эштәренең оҫталары, ҙур яуаплылыҡ тойоп хеҙмәт итеүселәр тупланғанлығы күренеп тора.Күңел байрамы кисереп, ҡыуанып ҡайттым был осрашыуҙан!

Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Гүзәл апай - кескәйҙәр янында
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас