+21 °С
Ясно
VKOKTelegram

Уҡыусыларым һынатманы

Бөгөн беҙҙең районда «Йондоҙло Олимп» үтте. Бүләкләнеүселәр араһында минең уҡыусыларым да бар ине.

Уҡыусыларым һынатманыУҡыусыларым һынатманы
Уҡыусыларым һынатманы

Улар — Тамерлан Аҡбашев, Айназ Вәлитов, Асҡар Йәлилов, Рената Ибатуллина , Розалина Нагаева, Данис Йәлилов һәм Сабина Сафина Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар алды. Был осраҡлы түгел, улар йыл буйына төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яуланы. Һәр яңы һынау менән улар үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоторға өйрәнде. Барыһы ла үҙ һәләттәрен асырға тырышты һәм һынау алдынан бер ҙә юғалып ҡалманылар.

Уларҙың ошо үҫештәрен күреү — уҡытыусы өсөн иң яҡшы бүләк! Афарин , уҡыусыларым! Һәр ваҡыт шулай әүҙем булып ҡалығыҙ.Алда тағы ла күп еңеүҙәр һеҙҙе көтһөн.


Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Уҡыусыларым һынатманы
Уҡыусыларым һынатманы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас