

Борондан башҡорттар ҡурайҙы үҫемлектән яһаған. Был үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Әлеге ваҡытта ҡурайҙы пластиктан, ағас шпондан, хатта тимерҙән эшләйҙәр.
Миңә ҡурай бик оҡшай. Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенә ҡурай дәресенә йөрөйөм. Үҙ эшенең оҫтаһы Фәим Салауат улы Ғайсин беҙҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. «Дуҫлыҡ» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле — районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Яңыраҡ Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамында ҡатнаштыҡ. Беҙҙең ансамбль I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Беҙ был еңеүгә бик шатландыҡ. Етәксебеҙ Фәим Салауат улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Мәңге йәшәһен ҡурайыбыҙ!
Айназ ВӘЛИТОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.