+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Атанан күргән уҡ юна

Башҡортта ана шундай әйтем бар. Сибайҙа йәшәгән уҡытыусы Әлиә Ишбулат ҡыҙы менән танылған теш оҫтаһы Иршат Вәкил улы Ғүмәровтар Искәндәр, Данис һәм Рамаҙан исемле өс ул үҫтерә. Был ғаиләлә үҙ-ара фәҡәт туған телдә генә һөйләшеү ҡағиҙә итеп алынған.

Атанан күргән уҡ юнаАтанан күргән уҡ юна
Атанан күргән уҡ юна

Бөгөнгө һүҙем башлыса уртансы ул – Данис хаҡында булыр. Ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының алтынсы шайморатовсылар синыфында уҡый. Күптәргә өлгө итеп ҡуйырға була үҙен. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, тәртипле, ҡул эштәренә оҫта. Уларҙың өйҙәрендәге балалар бүлмәһенә барып инһәң, кәштәләрҙә теҙелеп киткән күҙҙең яуын алып торған матур-матур әйберҙәрҙе күреп, үҙеңде сувенир магазинында торған һымаҡ тоя башлайһың!
Данис башланғыс синыфта уҡыған саҡта уҡ бер аҙ һынлы сәнғәт мәктәбендә һүрәт төшөрөү буйынса шөғөлләнгәс, бынан ике йыл элек ағасты һырлау һөнәренә өйрәнергә тотонған. Хәҙер остазы Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысов ярҙамында ныҡ оҫтарып алған. Әйткәндәй, Данистың Искәндәр ағаһы лицейҙың VIII синыфында белем ала. Ул да ошо һөнәр нескәлектәрен өйрәнгән икән. Искәндәр яһаған сувенир әйберҙәре байтаҡ ҡына, тик күптәрен яҡындарына, туғандарына, дуҫтарына бүләк итеп таратып бөткән. Ә иң бәләкәстәре Рамаҙанға – 7 йәш, быйыл мәктәпкә барырға йыйына. Ул да ағайҙарынан ҡалышмаҫҡа тырыша.
Ҡул эшенә ғәйәт маһир булған атайҙары Иршат Вәкил улын күптән беләм. Оҫталыҡ һәләте әҙәм балаһына тыумыштан һалына, тиҙәр. Уның һөнәри маһирлығы малайҙарында сағылыш тапҡан, күрәһең. Ә йорт хужабикәһе – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булған Әлиә ханым бөтә көсөн ошо ғәзиздәрен тәрбиәләүгә бирә. Улдары телһөйәр, илһөйәр, әҙәпле, ярҙамсыл булып үҫеп килә. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торалар.
Раббыбыҙ бына ошо өлгөлө ғаилә ағзаларына ныҡлы иман, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхет бирһен инде. Амин!


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Атанан күргән уҡ юна
Атанан күргән уҡ юна
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас