+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡулынан килмәгән эше юҡ

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тиҙәр. Беҙҙең Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында ла бар шундай оҫталар, уңғандар!

Ҡулынан килмәгән эше юҡҠулынан килмәгән эше юҡ
Ҡулынан килмәгән эше юҡ

Раян Лутов Раил Әҡсән улы һәм Зилә Шиhaб ҡыҙы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Лутовтар – ун бала тәрбиәләп үҫтергән өлгөлө ғаилә. Раян Раил улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бәләкәй саҡтан техника менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә уҡығанда уҡ трактор йөрөтә, ауыл халҡына ер һөрә. Әлеге ваҡытта төҙөү эштәре менән шөғөлләнә: һыуыҡ йә ямғыр тип тормай, ҡыйыҡ баштары яба, өйҙәр төҙөкләндерә. Сит төбәктәрҙән дә ярҙам һорап килеүселәр бик күп.
Ҡыш көндәре Раян ағай юлдарҙа ҡар ҡалдырмай, трактор менән таҙартып ҡуя. Ә йәйен ауыл халҡына бесән эшләй. Үләнде сабып, йыйып, матур итеп рулондарға төрөп, өйгә тиклем алып килеп ҡуя ул. Ағас эше менән дә шөғөлләнә. Оло ағай-апайҙарға утын ярып бирә.
Шундай шәп егеттәр менән беҙҙең ауыл үҫә, матурая. Үҫмерҙәр Раян Раил улынан өлгө ала.

Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас