+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Аҡ юл һиңә, Розалиә!

Розалиә Хәбибуллина Янғантау мәктәбен тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай.

Аҡ юл һиңә, Розалиә!Аҡ юл һиңә, Розалиә!
Аҡ юл һиңә, Розалиә!

Ике йыл рәттән урыҫ теле, экономика, география, экология буйынса төбәк-ара олимпиадалар призёры булды. Урыҫ теле буйынса Юрий Гагарин исемендәге вуздар араһында ойошторолған олимпиада призёры ла. Шулай уҡ ул — Бөтә Рәсәй финанс грамотлылыҡ «Финатлон» олимпиадаһы, Рәсәй Федерацияһының спилс картаһын йыйыу буйынса республика чемпионаты, БДУ үткәргән Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы еңеүсеһе.

Ҡурай, думбыра буйынса музыка мәктәбен уңышлы тамамланы. «Музыка донъяһында» һәм Людмила Атанова исемендәге «Йәш лектор» төбәк-ара бәйгеләрендә  еңеү яуланы. Розалиә музыкаль яҡтан да һәләтле: ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала уйнай, Мәктәптең «Йондоҙҙар» вокаль ансамбленә йөрөй. Гел уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яуланылар.

Уңыштары өсөн районда үткән «Йыл уҡыусыһы» конкурсында 3 йыл еңеүсе булып, Бөтә Рәсәй лагерҙарына юллама менән бүләкләнде: «Артек»та  5 тапҡыр ял итһә, «Океан»да — 2, «Орлёнок» менән «Смена» берәр тапҡыр ял итте.

Ул врачтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ата-әсәһенең ҡыуанысы һәм ярҙамсыһы. Тиҫтерҙәренә лә төрлөсә ярҙам итә, ҡатмарлы темаларҙы аңлатып, имтихандарға бергә әҙерләнәләр. Розалиәнең изге хыялдары тормошҡа ашһын. Аҡ юл һиңә, Розалиә!

 

Әлиә ИШБУЛДИНА, синыф етәксеһе.

Салауат районы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас