+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!

Бына дүрт йылыбыҙ шау-гөр үтте лә китте. Әле яңы ғына тәү башлап, мәктәп ишеген асҡан ҡыйыуһыҙ бәләкәй  малай-ҡыҙҙарым ҙурайып, үҫеп киттеләр.  Быйылғы дүртенселәрем — татыу, берҙәм, өлгөр, тырыш һәм уңғандар. Уларҙың уңыштарына һоҡланып, һөйөнөп бөтә алмайым. Афарин!

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!

Уҡыуҙан тыш төрлө түңәрәктәргә лә йөрөнөләр. Бейеүҙә лә, ҡурайҙа уйнау буйынса ла, спортта ла, актёрлыҡ һәләте буйынса ла алдынғылар рәтендә булдылар.
Минең өсөн дә һәр сығарылыш уҡыусылары күңелгә яҡын. Быйылғы дүртенселәрем — 8-се сығарылыш синыфы. Шулай уҡ улар ҙа миңә бик ҡәҙерле.

Дүртенселәрем менән гөрләтеп «Һау бул, башланғыс мәктәп!»  сығарылыш иртәлеге үткәрҙек. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уңышлы тапшырып бөткәс, әҙерлекте башлағайныҡ. Ваҡыт аҙ булһа ла, тырышып ныҡ әҙерләндек.
Һәләтле уҡыусыларым үҙҙәре сараны ла алып  барҙы, йырланы ла, бейене лә, өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнаны, хатта гитара ҡылдарын да сиртте. Байрамдың иң сағыу өлөшө, моғайын, вальс бейеүе булғандыр. Бер аҙна эсендә, үҙ эшенең оҫтаһы, районыбыҙҙың билдәле хореографы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Йәлилова иҫ киткес бейеү һалды. Һәләтле дүртенселәрем тиҙ генә отоп алып, оҫта итеп башҡарҙы. Хатта уҡыусыларым  миңә лә бейергә тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым.  Бик матур килеп сыҡты, буғай!  

Альбина Хәким ҡыҙына, байрамды ойошторорға ярҙам иткән атай-әсәйҙәргә, бигерәк тә атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе, дүрт йыл буйы ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән Гөлсәсәк Тимербәк ҡыҙы Ғималдиноваға, шулай уҡ комитет ағзалары Әлиә Илдар ҡыҙы Мөхәмәтйәроваға, Гөлнара Сабирйән ҡыҙы Тәминдәроваға, Ләйсән Рәфис ҡыҙы Ғәлиуллинаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. «Берҙәмлектә — көс!». Ысынлап та, бергә эшләгәндә генә уңышҡа ирешеп, киләсәгебеҙ, балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләп, тейешле кимәлдә белем биреп була, тигән фекерҙә ҡалам.
Ҡәҙерле уҡыусыларым! Аҡ юл һеҙгә! Һәр саҡ әлегеләй  алдынғылар рәтендә булығыҙ! Юғарыға осҡанда ҡанаттарығыҙ талмаһын!

 

Розалиә Йәлилова,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы,  
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас