

«Халыҡ биҙәктәре» фестивален Черниковкалағы балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо һәм ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Унда ҡатнашыусылар илебеҙ һәм республикабыҙ буйлап интерактив сәйәхәт ҡылды, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың фольклоры һәм милли аш-һыуы тураһында белде. Йәш сәйәхәтселәр викториналарҙа ҡатнашты, йолалар тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Балалар ҙур дәрт менән күңел асты: «Халыҡтар дуҫлығы символдары» темаһына оҫталыҡ дәресендә ҡул эштәре эшләне, «Дуҫлыҡ ағасы»н да булдырҙы. Сәй йолаһында һәр кем тәмле сәйҙе тәмләп кенә ҡалманы, ә уның ниндәй үләндәрҙән ҡайнатылыуын да әйтергә тырышты.
Роза МАРКИНА, китапханасы.
Евгения АҠБАШЕВА фотолары.