

«Вокаль жанр» номинацияһында Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында еңеүсе булдыҡ. «Домисолька» ансамблен һәм музыкаль етәксе Елена Искәндәр ҡыҙы Ғәзиеваны ҡотлайбыҙ. Ижади ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Ә ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә һәләтле балаларҙы һәм уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Елена Искәндәр ҡыҙы Өфө ҡалаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты алды. Ҡотлайбыҙ!!!
Лилиә ВӘХИТОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.