

Китапханасылар балаларға каникулды күңелле һәм файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне. Балалар ҙур кинәнес менән төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, “Көнгөрә” уйынында тупты теҙҙәр араһына ҡыҫтырып, тиҙлектә һәм етеҙлектә ярыштылар, ә “Күңелле ҡырғаяҡ” уйыны берҙәмлекте талап итә. Ҡатнашыусылар ҡатмарлы шарттарҙы теүәл үтеп сыға алды. “Иң иғтибарлыһы” конкурсында һорауҙарға тапҡыр яуаптар ҡайтарҙылар.
Йәйҙе ҡаршы алыу уңышлы үтте. Балалар күтәренке кәйеф менән таралышты.
Сәриә ЗАКИРОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.