+13 °С
Облачно
VKOKTelegram

Рәхмәт, "Йәншишмә"!

Ниһайәт, «Йәншишмә» нең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын ҡулыбыҙға алдыҡ. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ.

Рәхмәт, "Йәншишмә"!Рәхмәт, "Йәншишмә"!
Рәхмәт, "Йәншишмә"!

Гәзиттең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова синыфташым Йәнгүзәл Асҡарова менән икебеҙгә "Йәш хәбәрсе" танытмаһын тапшырҙы. Мәктәбебеҙҙең йәш хәбәрселәр исемлеген тулыландырҙыҡ. "Йәншишмә"ләр, һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Киләсәктә лә бергә булырбыҙ!

Йәш хәбәрсе исемен яулау бик ауыр ҙа, бик еңел дә булманы. Гәзиткә мәҡәләләр йәки башҡа төрлө яҙмалар ебәреп кенә торҙом. 

"Йәншишмә"нең һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Унда үҙемдең яҙмамды күрһәм, күңел күтәрелеп, бер башҡа үҫеп киткәндәй тоям үҙемде. Гәзиткә яҙышыу миңә бик оҡшай. Башҡа уҡыусыларҙың да ижади эштәрен уҡып барам. Әле шиғырҙар ижад итеү менән мауыға башланым. Бик үк яҡшы килеп сыҡмай, әммә күңел төбөндәге уйҙарымды шиғыр юлдарына һалырға тырышам. 

Киләһе ярты йыллыҡҡа "Йәншишмә"гә яҙылып ҡуйҙым. «Яҙыл да бүләк от» конкурсына квитанциямды ла ебәрәм. Дуҫтар, һеҙҙе лә балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә» гә яҙылырға саҡырам!

Наҙгөл ҠАРАҒОЛОВА, 

йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, 

Байназар мәктәбе.

Рәхмәт, "Йәншишмә"!
Рәхмәт, "Йәншишмә"!
Рәхмәт, "Йәншишмә"!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас