

Марафон көнөндә мин Башҡортостанда өләсәй менән олатай янында булдым. Үҙем уның өсөн бик борсолдом. Моғайын, әсәйем дә әҙерәк тулҡынланғандыр. Әммә мин беләм: әсәйем бер нәмәгә лә тотонһа, ул уны мотлаҡ теләгенә ирешә. Шулай итеп, әсәйем 3 километрҙы йүгереп үтте. Кемдер өсөн был ара бик ҙур булып күренмәҫ, ләкин тәүге тапҡыр өсөн был — ысын еңеү. Иң мөһиме — әсәйем бирешмәне. Ул үҙе уйлағандан да күберәккә һәләтле икәнен иҫбатланы. Ул — көслө ихтыяр, сабырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте.
Мин әсәйем менән бик ныҡ ғорурланам. Ул ауыр булһа ла, аҙым һайын алға барһаң, мотлаҡ финишҡа барып етеп була икәнен дәлилләне. Һине мин ныҡ яратам, әсәй!
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.