+16 °С
Ясно
VKOKTelegram

Һабантуй байрамында

Бына йәйҙең йәмле көндәрендә, сәсеү эштәре бөткәс, ауылдарҙа һабантуй байрамы башлана.

Һабантуй байрамындаҺабантуй байрамында
Һабантуй байрамында

Беҙ ҙә ихлас ҡатнаштыҡ, хатта сараның төп геройҙарына әүерелдек, тиһәк тә булалыр.

Байрамда тамашасыларҙы «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбленың бейеүселәре Айхан Ғималдинов һәм Азалиә Шәфиева үҙ сығыштары менән шатландырҙы. «Дуҫлыҡ» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле составында ҡурайҙа — мин, Таһир Рәхимов һәм Илмир Тәминдәров уйнаны.

Йәш спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары айырым ҡыҙыҡһыныу уятты: Таһир Рәхимов - каратэла, ә Ынйы Вәлиева дзюдола оҫталығын күрһәтте. Шулай уҡ милли «Көрәш» буйынса ярыштарҙа беҙҙең егеттәр айырылып торҙо: Аяз Шәмсетдинов үҙ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булһа, Илья Бова III урын яуланы, ә VIII синыф уҡыусыһы Радим Ибәтуллин ағай үҙ ауырлығын да II урын алып ҡыуанды.

Шулай уҡ VIII cиныфы-шайморатовсы апай - ағайҙары яҡшы итеп, сафта атлап уҙҙы.

Бынан тыш, беҙ ҙур теләк менән халыҡ уйындарында ла ҡатнаштыҡ.  Бына шулай ихлас күңел астыҡ. Һабантуй байрамы күңелле уҙҙы. Ҡояш апай ҙа күктән йылмайып ҡына ҡарап торҙо.

 

Әҙилә АҘНАБАЕВА, V синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Һабантуй байрамында
Һабантуй байрамында
Һабантуй байрамында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас