+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Дәртләнеп ҡайттыҡ

7 июндә Белорет районының Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында үткән Урал батыр эпосы көнөнә барҙыҡ.

Дәртләнеп ҡайттыҡДәртләнеп ҡайттыҡ
Дәртләнеп ҡайттыҡ

Кеше бик күп ине, арыуыҡ ерҙе йәйәүләп барҙыҡ. Күргәҙмәләр, һатыу ойошторолдо. Роберт Юлдашев һәм башҡа ҡурайсыларҙың ҡурай моңо яңғырап торҙо.

Сәхнәлә балалар "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр һөйләнеләр, сәхнәләштерҙеләр. Ғалимдар, яҙыусылар сығыш яһаны. BABY Ti сығышын яратып ҡараныҡ. Иң аҙаҡ сәхнәгә бар донъяға билдәле "AY YOLA" төркөмө сыҡты.

Был саранан мин көс-дәрт алып, күңелем күтәрелеп ҡайттым.


 Йәнгүзәл АСҠАРОВА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы,

Ҡурғашлы ауылы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас