

Быйыл ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади эштәрен төрлө форматтарҙа тәҡдим итте: плакаттар, буклеттар һәм видеороликтар. Конкурсҡа 49 ҡала һәм райондан бөтәһе 421 эш килгән. Тимәк, республикала йәшәүсе балаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.
Конкурс комиссияһы составы ла бик үҙенсәлекле булған. Тиҫтерҙәренең ижадын балалар һәм йәштәр — балалар советы ағзалары һәм республиканың юғары уҡыу йорттары студенттары баһаланы. Шулай итеп, 41 еңеүсене билдәләгәндәр. Сара сиктәрендә «Хәүефһеҙ йәй формулаһы»интерактив квизы үтте. Командаларҙа балалар менән бергә өлкәндәр: ата-әсәләр, педагогтар һәм ҡунаҡтар әүҙем ҡатнашты.
Беҙҙең команда мауыҡтырғыс уйын формаһында бөтә этаптарҙы уңышлы үтеп, ғорурлыҡ менән III урын яуланы. Өсөнсөләр йыл һайын конкурста әүҙем ҡатнаша. Быйыл Рената Ибәтуллина «Ҡышҡы каникул ваҡытында хәүефһеҙлек» темаһына сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ буклет менән III урын алғайны. Ул ҡыш көнө ниндәй хәүефле мәл булыуын асыҡ итеп күрһәткәйне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурс балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итеүҙән тыш, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә, командала эшләргә һәм сәнғәт аша үҙ фекерен белдерергә өйрәтә, тип билдәләне.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.