

Был көндө "Рәсәй бөркөтө" көндөҙгө лагеры тәрбиәләнеүселәре Ватанды фронтта яҡлаған, тылда эшләгән, төрлө һынауҙар кисереп Еңеүҙе яҡынайтҡан миллионлаған кешене иҫкә төшөрҙө.
Сара линейканан башланды: балаларға 1941 йылдың 22 июнендәге фажиғәле ваҡиғалар, Бөйөк Ватан һуғышының нисек башланыуы һәм халҡыбыҙҙың илебеҙҙе батырҙарса яҡлауы тураһында һөйләнеләр. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
«Үлемһеҙ гарнизон» фильмын ҡарау сараға айырыуса ҙур әһәмиәт өҫтәне. 1956 йылда Константин Симонов сценарийы буйынса төшөрөлгән картина Брест ҡәлғәһен һаҡлаусылар тураһында тәүге нәфис фильмдарҙың береһе була.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай...
Альбина БИКБОВА, лагерь етәксеһе.